Һуңғы тәүлектә республикала 147 кешелә коронавирус инфекцияһы асыҡланған

Бер кеше вафат булған.  Үлем осрағы 93-кә етте. Пандемия башланғандан алып Башҡортостанда 15 мең 412 коронавирус йоҡтороу осрағы теркәлгән.  Әле стационарҙа 616 кеше дауалана. 45 кеше ауыр хәлдә, 13 пациент үпкәне яһалма елләтеү ҡоролмаһына тоташтырылған.