«Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам итеү» милли проекты сиктәрендә Стәрлетамаҡта заманса кадрҙар үҙәге барлыҡҡа килде. Былтыр бинаны яңыртыуға, хеҙмәткәрҙәрҙе уҡытыуға федераль һәм республика ҡаҙнаһынан 40 миллион һум аҡса йүнәлтелгәйне. Көньяҡ-көнсығыш район-ара мәшғүллек үҙәге эшмәкәрлеге менән төбәк етәксеһе Радий Хәбиров та танышты. Эш сәфәре барышында ул Башҡортостан Хөкүмәтенең күсмә ултырышында ла ҡатнашты. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Балалар баҡсаларына яҙылыу булһынмы, бәләкәй предприятие асыумы - Стәрлетамаҡтағы мәшғүллек үҙәгендә халыҡҡа тормош хәлдәренә бәйле күп яҡлы ярҙам күрһәтелә. Капиталь ремонттан һуң бина заманса төҫ алған, бүлмәләр берҙәм дизайн буйынса биҙәлгән. Граждандар менән эшләү, төрлө тренинг, оҫталыҡ дәрестәре, консультациялар уҙғарыу өсөн залдар барлыҡҡа килгән. Республика башлығы Радий Хәбиров яңыртылған кадрҙар үҙәге эшмәкәрлеген юғары баһаланы.
Коронавирус пандемияһы ваҡытында мәшғүллек үҙәге белегстәренә көсөргәнеш артҡан. Быға тиклем бер хеҙмәткәргә 70-80 кеше тура килһә, хәҙер эшһеҙ ҡалған ярты меңгә яҡын мөрәжәғәт итеүсе менән эшләргә тура килә. Социаль түләүҙәргә бәйле мөрәжәғәттәр артҡан. Мөмкинлектәре сикләнгән граждандарға ла яңы һөнәр үҙләштереү, хеҙмәт урынын табыуҙа ярҙам күрһәтелә.
«Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам итеү» милли проекты сиктәрендә Өфөнөң Орджоникидзе районында ла ошондай заманса кадрҙар үҙәге барлыҡҡа киләсәк. Пандемия ваҡытында халыҡты хеҙмәт урындары менән тәьмин итеү мөһим бурыс. Радий Хәбиров Стәрлетамаҡҡа эш сәфәре барышында Башҡортостан Хөкүмәтенең күсмә ултырышын да уҙғарҙы. Эшлекле осрашыуҙа ҡаланың социаль-иҡтисади үҫешенә бәйле һорауҙар ҡаралды.
«Башҡортостан сода компанияһы» активтарының дәүләткә ҡайтарылыуы – предприятие эшмәкәрлегенә ыңғай йоғонто яһаясаҡ тип билдәләнде. Шул уҡ ваҡытта Радий Хәбиров Стәрлетамаҡтағы киҫкен экологик хәлгә бәйле ойошманы тәнҡитләне. Акционерҙар менән берлектә экологияны яҡшыртыу буйынса юл картаһы ла булдырылған була, әммә компания тарафынан аныҡ ҡарар ҡабул ителмәй. «Яңы шарттарҙа предприятие етәкселеге был проблеманы ҡайғыртырға бурыслы. Халыҡтың именлеге төрлө корпоратив дәғүәләр һәм дисскусияларҙан юғарыраҡ булырға тейеш», - тине төбәк етәксеһе.
Стәрлетамаҡта социаль учреждениелар – мәктәп, балалар баҡсалары, поликлиникаларға ихтыяж юғары булыуы билдәләнде. Демография проблемаһы ла борсоуға һала. Ҡалала тыуым күрһәткестәре ике тапҡырға кәмегән. Шулай уҡ хеҙмәт һәм уҡыу миграцияһы бара. Башҡортостандың мәғариф министрлығына киҫкен мәсьәләне хәл итеү бурысы ҡуйылды. Осрашыуҙа торлаҡ төҙөлөшө, коммуналь хужалыҡ өлкәләренә бәйле һорауҙар ҙа күтәрелде.
Хөкүмәттең күсмә ултырышы башҡа район-ҡалаларҙа ла уҙғарыласаҡ. Бындай форматтағы осрашыуҙар айырым муниципалитетта булған проблемаларҙы комплекслы хәл итергә ярҙам итә. Шулай уҡ чиновниктар ведомство ҡарамағындағы учреждениелар эшмәкәрлеген ҡарап, граждандарҙы борсоған һорауҙарға ла яуап бирәсәк
Гөлназ Хәйбуллина.