Пандемияның беренсе тулҡынында күп кенә менеджерҙар ирекмән ролендә салон автомобилдәрендә мохтаж кешеләргә аҙыҡ-түлек ташырға ярҙам итһә, был юлы айҙан ашыу ваҡытҡа 13-cө дауахана коллективына еңел автомобиль менән ҡулланыу мөмкинлеге булдырған.
Рәсми өлөштән һуң ғәҙәти шарттарҙа 13-cө дауахана вәкиленә автомобиль асҡысы тапшырылды. Пандемия осоронда дауалау учреждениеһына айҙан ашыу техника биреп тороу, тығын графикта эшләгән табиптарға ҙур ярҙам буласаҡ.
Гүзәл Борханова.