Башҡортостанда ковид-19 вирусы менән сирләүселәр 15 мең ярымға яҡынлаша

Your browser doesn't support HTML5 video.

Уҙған тәүлектә коронавирус инфекцияһы йоҡтороусылар тағы ла 147 кешегә артҡан. Бөгөн стационарҙарҙа 616 пациент дауалана, уларҙың 45-е ауыр хәлдә, 13 кеше үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. 2163 сирле яңы инфекцияға ҡаршы амбулатор шарттарҙа көрәшә.

Тәүлек эсендә 121 кеше һауығып сыҡҡан. Коронавирустан бер кеше һәләк булған. Төбәктә коронавирустың 93-сө ҡорбаны 61 йәшлек ҡатын, йөрәк һәм башҡа хроник сирҙәрҙән яфаланған булған. 

Гөлдәриә Йосопова.