Өфө районының Ягодная Поляна ауылында фельдшер- акушерлыҡ пункты асылды

Your browser doesn't support HTML5 video.

Модулле фап ярты йыл эсендә «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты буйынса төҙөлгән. Өҫтөнлөклө проект буйынса йыл аҙағына тиклем Өфө районында йәнә өс фап һәм бер табип амбулаторияһы файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Пациенттарҙы ҡарау, прививка һәм процедуралар яһау, медикаменттар һаҡлау өсөн бөтә уңайлыҡтары булған кабинеттар һәм медицина ҡорамалдары бар.

Светлана Ниғмәтуллина «Ауыл фельдшеры» программаһы буйынса быйы Авдон ҡасабаһынан килгән. Тәжрибәле белгей с быға тиклем халыҡты иҫке медпунктта ҡабул иткән. Уның участкаһында 500-ҙән ашыу кеше иҫәпләнә.

Рәмилә Исмәғилева.