Дәүләт программаһы сиктәрендә ауыл халҡы Йәрәмкәне ике зыярат менән тоташтырыусы юлды төҙөкләндерергә ниәтләй. Ҡарар ауыл халҡының дөйөм йыйылышында ҡабул ителде, ошонда уҡ программаны тормошҡа ашырыу өсөн инициатив төркөм төҙөлдө.
Йәрәмкә ауыл советты ҡараған Дүртөйлө ауыл биләмәһе урындағы башланғыстар программаһында бишенсе тапҡыр ҡатнаша. Быға тиклем ошо уҡ программа ярҙамында биләмәнең башҡа ауылдарын төҙөкләндереү, социаль объекттарҙы ремонтлау буйынса эштәр башҡарылған.
Гөлдәриә Йосопова.