Өфөлә Мәғәфүр Хисмәтуллин исемендәге яңғыҙ башҡарыусылар конкурсы тамамланды

Быйыл ул онлайн форматта уҙҙы һәм халыҡ-ара бәйге исемен алды. Унда Башҡортостан, Татарстан, Удмурт республикалары, Ырымбур өлкәһе, Пермь крайы, Корея, Ҡытай, Үзбәкстан һәм Ҡаҙахстан йырсылары ҡатнашты. 

Гран-Приға  Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты магистранты, Ҡаҙахстан  опера һәм балет театры солисы Болат Ҡанағатов лайыҡ булды. Ижади бәйге Башҡортостан башлығы Грантына ойошторолдо.