Баш ҡалабыҙҙың “Төҙөүсе” стадионында боҙҙа мотоциклда ярыш буйынса Рәсәй чемпионатының ярым финалында ил төбәктәренән 17 спортсы финалға сығыу өсөн көрәшә. Уларҙың бишеһе Ғабдрахман Ҡадыров исемендәге үҙәк вәкилдәре.