Халыҡ-ара бизнес аҙналығының тәүге көнөндә төрлө саралар уҙҙы

Рәсәйҙә “хәләл ипотека” индереү мәсьәләһе лә ҡаралды. “Хәләл” йәки рөхсәт ителгән ипотека буйынса ссудаға процент ҡуйылмай, ә тауарҙың үҙ хаҡы менән уны һатыу араһындағы айырма билдәләнә. Әле Рәсәй Үҙәк банкында махсус комиссия булдырылған, улар “хәләл ипотека” һәм ислам банктарын индереү мәсьәләһен өйрәнә, ил ҡануниәтенә үҙгәрештәр әҙерләй. Был турала Дәүләт Думаһы депутаты Рәсүл Боташев белдерҙе. Хәләл-иҡтисад доньяла иң тиҙ үҫешкән индустрияның береһе. 2019 йыл һөҙөмтәләре буйынса, хәләл-тауар әйләнеше 2 триллион долларҙан ашып киткән. 2024 йылға 3 триллион долларға етеүе көтөлә. Ил Президенты Владимир Путин 2024 йылға хәләл тауарҙар экспортын 20 миллиард долларҙан 45 миллиард долларға еткереү бурысы ҡуйҙы. Башҡортостанда был төр продукция үҫеш нөктәһе булараҡ билдәләнгән. Июль айында республика хөкүмәте хәләл индустрияны халыҡ-ара баҙарға сығарыу буйынса юл картаһын раҫланы. Бөгөн Башҡортостанда 1 меңгә яҡын предприятие тауарын “Хәләл” маркаһы аҫтында экспортлай ала.