Режиссеры Айнур Асҡаров. Был фильм быға тиклем дә күп кенә фестивалдәрҙә юғары баһаланды. Беренсе тапҡыр былтыр Өфөнөң “Родина” кинотеатрында Мостай Кәримдың тыуыуына 100 йыл тулыуға арнап күрһәтелде. Республика буйлап прокатлау, пандемия сәбәпле, кисектерелеп торҙо.