Халыҡ-ара фольклор ижады фестивале Башҡортостанда киләһе йылдың йәйендә үтә. Исем туйында этник стилдәге кейем өлгөләре лә күрһәтелде. Бөгөнгө программа пандемияға бәйле ғәҙәти булмаған форматҡа ҡарамаҫтан бик эстәлекле һәм ҡыҙыҡлы үтте. Артабан беҙҙе киң эш программаһы, төрлө осрашыуҙар көтә”-тине республика етәксеһе Радий Хәбиров.
Бөтә донья фольклориадаһы фольклор фестивалдәре һәм сәнғәт ойошмалары халыҡ-ара советы сараларының бер өлөшө булып тора һәм 4 йылға бер үткәрелә. Унда 60-80 илдән 3 меңгә яҡын кеше ҡатнаша.