Малдарҙы тамғалау төрлө хәүефле ауырыуҙарҙың таралыуын сикләү мөмкинлеге бирә

Республика ветеринария идаралығы етәксеһе Азат Йыһаншин әйтеүенсә, был эш һәр ваҡыт дауам итә. Тамғалауҙың һөҙөмтәһе ҙур тип белдерҙе ул.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Мал-тыуарҙы тамғалауға контроль мәсьәләһе Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа ҡарала. Ҡарауһыҙ йөрөгән мал арҡаһында авариялар ҙа теркәлә. Йыш ҡына хужаларын табыу, яуапҡа тарттырыу мөмкинлеге булмай. Республика парламенты рәйесе Константин Толкачев белдереүенсә, тамғалауҙың һөҙөмтәһе бар, шуға был эштә контролде көсәйтергә кәрәк.