Башҡортостанда тышҡы тауар әйләнешен үҫтереү өсөн яңы алымдар ҡулланыла

Өфөлә үткән Халыҡ-ара бизнес аҙналығында шул турала хәбәр ителде. Беҙҙең республикала бонд зоналары йәғни ҙур келәттәр булдырыу мәсьәләһе өйрәнелә. Бында төрлө төбәктәрҙән килтерелгән аҙыҡ-түлек һәм башҡа тауарҙы һаҡларға мөмкин. Башҡортостан аша ике федераль трасса үтә, шулай уҡ республика тирәләй илдәге 6 ҙур ҡала урынлашҡан. Был биләмәлә 22 миллиондан ашыу кеше йәшәй. Шуға тауарҙы һаҡлау һәм уны таратыу урындарын булдырыу көнүҙәк һанала. Ҙур келәттәр һәм логистика үҙәктәре республикала сауҙаны үҫтерергә лә булышлыҡ итә, тип белдерә эксперттар.