Башҡортостанда волонтерҙар оло йәштәгеләрҙе коронавирусты иҫкәртеү саралары менән таныштыра

Ирекмәндәр өй буйлап йөрөп мәғлүмәт брошюраһы тарата. “Берҙәм Рәсәй” партияһы 300 мең дана ошондай газета нәшер иткән. Бында коронавирустан һаҡланыу ысулдары, дауалау алымдары, “ҡыҙыу элемтә” хеҙмәте телефондары һәм башҡа файҙалы мәғлүмәт яҙылған. Ошо көндәрҙә Дәүләт Думаһы депутаты Рәмзил Ишһарин волонтерҙар менән бергә иҫкәртмә ҡағыҙҙарын таратыуҙа ҡатнашты. Ул оло йәштәгеләргә шулай уҡ аҙыҡ-түлек алып килде.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

         Оло йәштәгеләргә аҙыҡ-түлек йәки дарыу алып килергә кәрәк булһа, “Берҙәм Рәсәй” партияһы төбәк бүлексәһе волонтерҙар үҙәге эшләй. Хәстәрлек штабы телефоны: 8-800-201-89-03.