“Башҡортостан радиоһы” алып барыусыһы Наилә Ғәләүетдинова Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре тигән исемгә лайыҡ булды. Дәүләт башлығы Владимир Путин ошо туралағы указға ҡул ҡуйған. Беҙ Наилә Ғизетдин ҡыҙының тәьҫораттарын белештек.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБашҡортостандың халыҡ артисы Наилә Ғәләүетдинова 55 йылдан ашыу радио эфирында эшләй. Ул иртәнге тапшырыуҙарҙы, яңылыҡтар сығарылышын алып бара. Бик күп шағир һәм яҙыусыларҙың әҫәрҙәре уның тауышы менән яҙылған. Улар “Юлдаш” радиоһының алтын фондында ла һаҡлана. Наилә Ғизетдин ҡыҙы радио һәм телевидение өсөн байтаҡ белгестәр әҙерләне.