Өфө дублерҙары бөгөн Санкт-Петербургта уйнай

Футбол буйынса йәштәр лигаһы чемпионаты барышында “Өфө” һәм “Зенит” араһында осрашыу үтә. Командалар быға тиклем сентябрҙә уйнағайны. Унда “Зенит” клубы көслөрәк булды. 

Турнир теҙмәһендә Б төркөмөндә Санкт-Петербург йәштәре беренсе, ә Өфө дублерҙары алтынсы урында килә.