Өфөлә Бөтә донъя фольклориадаһы менән таныштырҙылар

Исем туйы Халыҡ-ара бизнес аҙналығы барышында үтте. Унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Сарала этник стилдә тегелгән кейем өлгөләре күрһәтелде. Программала Фәйзи Ғәсҡәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле, “Мираҫ” фольклор коллективы, танылған ҡурайсы Роберт Юлдашев һәм “Ҡурайсы” төркөмө сығыш яһаны. Сәнғәт аша дәүләттәр араһында дуҫлыҡ күперҙәрен нығытыу. Халыҡ-ара фольклор фестивале тап ошо маҡсатта ойошторола. Киләһе йылда үтәсәк ҙур сараға әҙерлек дауам итә. Республика Халыҡ ижады үҙәге генераль директоры Артур Әлибәков:

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Фольклор фестивалендә ғәҙәттә 60-80 илдән 3 мең самаһы артист ҡатнаша. Киләһе йылда Башҡортостанға киләсәк коллективтарҙың күбеһе беҙҙең тамашасыға яҡшы таныш. Артур Әлибәков дауам итә.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

VI Бөтә донъя фольклориадаһы быйыл 18 июлдән 1 августҡа тиклем Өфөлә үтергә тейеш ине. Коронавирус пандемияһы сәбәпле, ул киләһе йылға күсерелде. Халыҡ-ара мәҙәниәттәр фестивале 4 йылға бер тапҡыр ойошторола. Тәүге фольклориада 1996 йылда Нидерландтарҙа үтә.