Уҙған тәүлектә Бшҡортостанда коронавирус йоҡтороусылар 148-гә артҡан

Your browser doesn't support HTML5 video.

Шулай итеп пандемиия башланған осорҙан республикала яңы инфекция диагнозы 15 560 кешегә ҡуйылды. Бөгөн стационарҙарҙа сиргә ҡаршы 618 пациент көрәшә. Улар араһынан ауыр хәлдәге 48 кешенең 14-е үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Тағы ла 2164 кеше амбулатор дауалаланыу курсы үтә.

Тәүлек эсендә дауаханаларҙан 162 кеше һауығып сыҡҡан, бер кеше һәләк булған.

Гөлдәриә Йосопова.