Был турала бөгөн Өфөлә үткән Рәсәй-Үзбәк форумында белдерелде.
Сара баш ҡалала уҙған «Халыҡ-ара бизнес аҙналығы» сиктәрендә ойошторола. Унда үҙ проекттары менән таныштырыу өсөн Үзбәкстандан 30-лап йәш эшҡыуар килгән, тағы ла йөҙҙән ашыу бәләкәй эшҡыуарлыҡ предприятиелары вәкиле форумда онлайн рәүештә ҡатнаша.
Ойоштороусылар әйтеүенсә, ике республика күптән хеҙмәттәшлек итә, әммә бәйләнештәрҙе тағы ла нығытыу мөмкинлектәре бар. Фән, мәғариф, туризм, мәҙәниәт өлкәһендә берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырырға мөмкин.
Рәмзиә Кәримова.