Иглин районында суррогат алкоголь һатыусыларҙы асыҡлау буйынса рейд үтте.
Профилактик сара районда йәшәүселәрҙән килгән мөрәжәғәттәргә нигеҙләнеп уҙғарыла. Сөнки башҡа төбәктәргә ҡарағанда, бындай ялыуҙар иң күбе Иглиндан. Район хакимиәтендә кәңәшмә уҙҙы.
Суррогат алкоголь эсеп быйыл алты кеше һәләк булған. Иҫерек водитель арҡаһында аварияла бер кешенең ғүмере өҙөлгән. Янғындарҙа, һыуға батып үлеүҙәрҙә лә спиртлы эсемлек ҡулланыу төп сәбәпсе. Алда яңы йыл байрамдары һәм халыҡты аяныслы хәлдәрҙән аралау өсөн рейдтар бөтә республика буйынса ойоштороласаҡ.
Суррогат алкоголь һатыусыларҙы фашлаусы рейд шәхси йорттар буйлап һәм магазиндарҙа уҙғарыла. Иглинда мәҫәлән, бер йортта билдәһеҙ составлы шыйыҡса менән сауҙа итеүсе ҡатынға ҡарата протокол төҙөлдө. 50 литрға яҡын шыйыҡса тартып алынды. Магазиндарҙа спиртлы эсемлеккә лицензиялар тикшерелә.
Рәмилә Исмәғилева.