Башҡортостан парламенты хужаһыҙ йөрөгән малдар өсөн яуаплылыҡты арттыра

Your browser doesn't support HTML5 video.

Әбйәлил районында теркәлгән фажиғәнән һуң, депутаттар ошондай ҡарар ҡабул иткән. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, үткән ял көндәрендә Атауҙы ауылы янындағы юл ҡазаһында балалар һәләк булды. Закон сығарыусылар Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы, Юстиция министрлығы һәм Ветеринария идаралығы менән берлектә эшләй.

Ҡараусыһыҙ йөрөгән малдарҙың хужаһына 1 меңдән 3 меңгә тиклем, ойошмаларға – 15-20 мең һум штраф ҡаралған.