Балаларға – «Йылмайыу»

Your browser doesn't support HTML5 video.

Краснокама районы Ҡуян ауылында балалар баҡсаһы асылды. Ике ҡатлы яңы бинала күрше ауылдарҙан да малай-ҡыҙҙар ҡабул ителер тип күҙаллана. Заманса учреждение 95 балаға иҫәпләнгән. «Демография» милли проекты сиктәрендә төҙөлгән объектты асыу тантанаһынан БСТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким репортажы.

Яңы балалар баҡсаһы асылыуын Ҡуян ауылында йәшәүселәр оҙаҡ йылдар көтә. Әммә техник сәбәптәр буйынса байрам бер йылға һуңғараҡ күсерелә. Ниһайәт, бина хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә яраҡлаштырылып, биҙәү эштәре тамамланғас  учреждениеға балалар ҡабул ителә. Әле документтар тәртипкә килтерелә, эшкә тәрбиәселәр ҡабул ителә. Теүәл бер айҙан объектта кескәйҙәр тауышы яңғырар тип көтөлә.

Ике ҡатлы балалар баҡсаһында иркен, яҡты бүлмәләр, ашхана, музыка һәм уйындар залы урынлашҡан. Мөмкинлектәре сикләнгән малай-ҡыҙҙар өсөн пандус һәм лифт ҡаралған.

Ҡуян ауылында асылған балалар баҡсаһына күрше ауылдарҙан да малай-ҡыҙҙар ҡабул ителәсәк. Биләмәлә 8 ауыл иҫәпләнә һәм кескәйҙәрҙе йөрөтөү өсөн йәмәғәт транспорты ойошторола.

Краснокама районында сафҡа ингән балалар баҡсаһы быйыл республика буйынса асылған 24 мәғариф объектының береһе. Бина төҙөлөшөнә дәүләт тарафынан 84 млн һум аҡса бүленгән. Балалар баҡсаһы асылыуы районда мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһына сират мәсьәләһен кәмесәк.

Флорида Ким.