Был турала Өфөлә уҙған Халыҡ-ара бизнес аҙналығында Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, иҡтисад буйынса комиссия рәйесе Ирина Абрамова белдерҙе. Уның әйтеүенсә, социаль эшҡыуарлыҡ Рәсәйҙә өҫтөнлөклө йүнәлеш тип билдәләнгән. Был төр эшҡыуарлыҡҡа дәүләт ярҙамы йыл һайын арттырыла бара. 2023 йылға финанс күләме 2 миллиард ярым һумға етергә тейеш.