Уйындан уймаҡ сыҡмаһын!

Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты белгестәре фейерверктарҙың хәүефле булыуы хаҡында иҫкәртә. Пиротехниканы дөрөҫ ҡулланмау арҡаһында янғын сығыуы, кешеләрҙең зыян күреүе ихтимал. “Бындай тауар һатып алғанда иғтибарлы  булырға  кәрәк”, - ти эксперттар. Ҡанун буйынса, 16 йәше тулмағандарға фейерверк һатыу тыйыла. “Пиротехника уйынсыҡ түгел. Уның лицензияһын һәм сертификатын тикшерергә  кәрәк”, - ти Өфөләге магазин  етәксеһе  Наил  Усманов. 

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Үткән йылда яңы йыл байрамдарында республикала 140-ҡа яҡын янғын булған.