Уға ярашлы, республикала 300 эш урынына иҫәпләнгән туҡыма әйберҙәре етештереү фабрикаһы төҙөүгә инвестиция йәлеп ителә. Премьер-министр Андрей Назаров белдереүенсә, әле төҙөлөш урыны билдәләнә. Фабриканы “Алға” айырым иҡтисад биләмәһендә йәки Урал арьяғы биләмәһендә төҙөү ҡарала. Яңы предприятиела махсус кейем тегеү планлаштырыла.