Өфөлә креатив индустрияны үҫтереүгә арналған “Һөнәрселәр аҙналығы” башланды

Форум эшендә республика райондарынан ҡул эштәре оҫталары ҡатнаша. Сараға федераль спикерҙар ҙа саҡырылған.  Эш программаһында тематик түңәрәк өҫтәлдәр, сессиялар, оҫталыҡ дәрестәре һәм семинарҙар ҡаралған. Форум сиктәрендә “Йыл һөнрсеһе-2020” бәйгеһенә йомғаҡ та яһала. Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы 12 декабргә тәғәйенләнгән.