Башҡортостан һәм ТАСС агентлығы хеҙмәттәшлек итергә килеште

Премьер-министр Андрей Назаров мәғлүмәт агентлығы генераль директоры урынбаҫары Андрей Соколов менән осрашты. ТАСС агентлығы Өфөлә үткән Халыҡ-ара бизнес аҙналығын яҡтыртыуҙа ҡатнаша.  Хеҙмәттәшлек килешеүенә ярашлы, мәғлүмәт агентлығы халыҡты беҙҙең республикала ойошторолған ҙур форумдар, инвестиция проекттары, социаль-иҡтисади хәлдәр менән таныштыра.