Рәсәйгә Әзербайжан һәм Әрмәнстандан йәшелсә һәм емеш индереү тыйылды. Алма һәм томатта зарарлы бөжәктәр табылған. Республика буйынса Ауыл хужалығын күҙәтеү идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостанға емеш һәм йәшелсә Үзбәкстан, Төркмәнстан һәм Ҡаҙағстандан килтерелә. Шуға алма һәм томатҡа дефицит булмай.