Республикала уҙған тәүлектә янғында ике кеше ғүмере өҙөлгән

Благовещен районы Яңы Меңйетәр ауылында ағас йорт янған. Утты һүндергән ваҡытта ҡотҡарыусылар 67 йәшлек ир кәүҙәһен тапҡан. Икенсе ваҡиға Өфө ҡалаһының Дим биҫтәһендә теркәлгән. Янғында 42 йәшлек ир-егет һәләк булған. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров халыҡҡа хәүефһеҙлек сараларын теүәл үтәргә саҡыра.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Башҡортостанда йыл башынан 11 меңгә яҡын янғын теркәлгән. Утта 244 кеше, шул иҫәптән 13 бала, ғүмере өҙөлдө, 236 кеше йәрәхәтләнде.