Өфөлә бер үҫмер әсәһенең машинаһын алып китеп аварияға эләккән

Ул юл полицияһы талаптарын үтәмәгән, ҡасырға маташҡан һәм тимер бағанаға бәрелгән. 17 йәшлек үҫмер авария урынын ташлап киткән. Водителдең шәхесе асыҡланған, машина штраф урынына ҡуйылған. Был хәл буйынса административ протоколдар төҙөлгән. Республика автоинспекцияһы вәкиле Линар Зиннуров әйтеүенсә, ошонай осраҡтар булып тора, фажиғәле тамамланғандары ла бар. Уларҙы кәметеү маҡсатында профилактик саралар күрелә, Мәғариф министрлығы менән дә эш алып барыла.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Башҡортостанда машина йөрөткән үҫмерҙәр арҡаһында декабрь айында бер нисә авария теркәлде, өс баланың ғүмере өҙөлдө.