Әле инспекторҙар Киров һәм Октябрь райондарында мәсет, сиркәүҙәрҙе тикшергән. Баш ҡала хаҡимиәтенән белдереүҙәренсә, дини ойошмаларҙа ковид инспекторҙар эшләй, улар һәр инеүсенең тән температураһын үлсәй. Бындай талап үтәлмәгән урындарҙа иҫкәрмә яһалған һәм етешһелектәр бөтөрөлгән.