Калинин районы Базелеевка ауылы эргәһендәге баҡсала йәшәүсе күп балалы ғаилә шундай бурыс ҡуя. Күптән түгел уларҙың йортонда янғын сығып, дүрт бала һәм ата-әсәһе урамда тороп ҡалғайны. Бөгөн уларға «Беҙҙең хәсәтәрлек» ирекмәндәре ярҙамға килде. Уттан зыян күреүселәргә Берҙәм Рәсәй партияһының төбәк сәйәси секретары, Радий Хәбировтың башланғысы менән йорт комплекты тапшырылды.
Төнгө мәхшәрҙе хужабикә Алһыу Хөснийәрова тыныс ҡына иҫләй алмай. Тиҫтә йылдар дауамында йыйған мөлкәт күҙ менән ҡаш араһында янып көлгә әйләнгән. Ҡышҡа аяҡ баҫҡанда, дүрт балалы ғаилә урамда тороп ҡалған. Әле Хөснийәровтар Шаҡша биҫтәһендә. Яҡындарын тығыҙлап, ике бүлмәле фатирҙа 8 кеше йәшәй.
Йорт ҡороуы еңел эш түгел. Төҙөлөш материалдары, ярҙамсылар кәрәк. Ишле ғаилә башлығы мәсьәләнең киҫкен тороуын аңлап башта урындағы хакимиәткә, артабан «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһенә мөрәжәғәт иткән. Шөкөр, уныһы оҙаҡ көттөрмәне. Аҙна ярым тигәндә, көл күмергә ҡалған йорт урынына яңыһын күтәреү өсөн тулы өй комплекты килде.
Хөснийәровтарға «Беҙҙең хәстәрлек» ирекмәндәр хәрәкәте ярҙамға килде. Улар бер йортҡа етерлек брус, таҡта һәм башҡа төҙөлөш кәрәк-яраҡтары килтерҙе. Хужа Яңы йылға тиклем өйҙө ҡыйыҡ аҫтына ҡуйырға иҫәп тота.
Тәфтишселәр, Хөснийәровтарҙың йортондағы янғын электр селтәрендәге ҡыҫҡа ялғанышҡа бәйле, тип һығымта яһаған. Ҡыҙғанысҡа, баҡсасылыҡ ширҡәттәрендә был күренеш йыш күҙәтелә. Шуға ла Дәүләт Йыйылышы Ҡоролтай киләһе осорҙа тап баҡсаларҙың статусына бәйле закон проекты әҙерләй.
Рафиҡ Әхмәтшин.