Шулай итеп пандемия башланған осорҙан Ковид-19 вирусы 15 710 кешелә асыҡланды. Стационарҙарҙа табиптар 656 сирленең һаулығы өсөн көрәшә. Улар араһынан ауыр хәлдәге 48 пациенттың 13-ө үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Тағы ла 2152 кеше амбулатор шарттарҙа дауалана.
Тәүлек эсендә яңы инфекциянан 105 кеше һауығып сыҡҡан, бер кеше һәләк булған. Республикала Ковид-19 вирусының 95-се ҡорбаны 53 йәшлек ир. Ул бронхиаль астма, юғары ҡан баҫымы, мейенең хроник ишемияһынан яфаланған булған.
Гөлдәриә Йосопова.