Мәсетле районы үҙәгендә мөмкинлектәре сикләнгән граждандарға социаль хеҙмәттәр күрһәтеү пункты эшләй башланы. Ҡуртым павильоны заманса һәм ҡулайлы ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Теманы БСТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова дауам итә.
Ҡул таяғы һайлауҙа иғтибарлы булыу мөһим. Уның оҙонлоғо тап килеүҙән тыш, ҡышҡы осорҙа ҡулайлыһы менән файҙаланыу яҡшыраҡ, ти Рөстәм Хәлимов. Оло Ыҡтамаҡ ауылында йәшәүсе ир 3-сө төркөм инвалиды. 90-сы йылдарҙа ул аяғын йәрәхәтләй, шул ваҡыттан алып ҡул таяғы, махсус протез һәм көп алырға Өфөгә йөрөргә йөрөргә мәжбүр.
Халыҡ-ара инвалидтар көнөнә Мәсетле районы үҙәгендә махсуслашҡан үҙәк асылды. Бында физик кәмселеге булғандарға реабилитация үтеү өсөн техник сараларҙы ҡуртымға алып тороу мөмкинлеге бар. Миләүшә Фәрхетдинова кибеткә әсәһенең йомошо буйынса килгән. Уның янбаш һөйәгенә операция яһалған, хәҙер ололар подгузнигы, махсус матрас алырға кәрәк.
Аҙ мобиль граждандар араһында прокат пункты хеҙмәттәре ҙур популярлыҡҡа эйә. Төрлө операцияларҙан һуң аяҡҡа баҫыу өсөн протез-ортопедия әйберҙәре, техник сараларҙы ҡуртымға алыу мөмкинлегенән тыш, шәхси гигиена тауарҙары, тонометр, ингалятор һәм рециркуляторҙар һатыла. Әлеге ваҡытта Мәсетле районында 1259 инвалид иҫәпләнә, улар араһында 89 бала ла бар. Ауыр хәлдә ҡалған кешенең ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү - төп маҡсат булып тора.
Ҡуртым пункты Мәсетле районы хакимиәте менән берлектә «Социум» үҙәгенең уртаҡ проекты. Әгәр кибеттә кәрәкле ҡоролма булмаһа, уны каталог буйынса алдырырға мөмкин. Инвалид һәм пенсионерҙарға ташламалар ҙа ҡаралған, бының өсөн раҫлаусы белешмә булыу талап ителә.
Ҡуртым үҙәге «Демография» милли прокетының «Өлкән быуын» төбәк проекты сиктәрендә асылған. Иң мөһиме, республиканың төньяҡ-көнсығыш райондарында йәшәүсе аҙ мобиль граждандарҙың проблемаһы хәл ителде – заманса йыһаздарҙы Оло Ыҡтамаҡта алып торорға мөмкин.
Әлфинә Килдейәрова.