Өфөлә башҡорт тел ғилемен өйрәнеүгә тос өлөш индергән ғалимдарға арналған саралар үтте

Your browser doesn't support HTML5 video.

Шул иҫәптән күренекле ғалимдар Марат Зәйнуллин һәм Әхмәт Сәләймәнов исемендәге мемориаль кабинеттарҙың презентацияһы, академик Зиннур Ураҡсиндың тыуыуына 85 йыл тулыу уңайынан онлайн конференция ойошторолдо. Был саралар бөтәһе лә 14 декабрҙә үтәсәк башҡорт теле көнө сиктәрендә яҡтыртыла. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Академик, филология фәндәре докторы Зиннур Ураҡсиндың исеме Рәсәйҙә генә түгел, тотош төрки донъяһында яҡшы таныш. Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге миллли китапханала үткән он-лайн конференцияла олуғ ғалимдың башҡорт тел ғилеменә индергән өлөшө, яҙыусы булараҡ башҡорт әҙәбиәтендәге роле баһаланды. Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты, республиканың юғары уҡыу йорттары һәм мәҙәниәт учреждениелары вәкилдәре берлектә ойошторған онлайн конференцияла башҡорт теленең хәҙерге заман социумында тотҡан урыны, башҡорт теле һәм әҙәбиәтен үҫтереүҙә инновацион технологиялар мәсьәләләре ҡаралды. 

Был кабинеттағы интерактив таҡта башҡорт теле һәм әҙәбиәтен өйрәнеүселәр өсөн ҙур табыш. Уның аша тиҙ генә ҡыҙыҡлы мәғлүмәт табырға, донъя кимәлендәге асыштар менән танышырға мөмкин.

Әхмәт Сөләймәнов Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогоя университетының башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһында ике тиҫтә йылға яҡын эшләй. Ауыҙ-тел ижады гәүһәрҙәрен эҙләп экспедицияларға сыға, материалдарҙы системалаштырып, ғилми хеҙмәттәр яҙа. Был кабинетта фольклорсы  ғалим тураһында төплө мәғлүмәт тупланған.

Башҡортостан Фәндәр академияһы академигы, филология фәндәре докторы, профессор Марат Вәли улы Зәйнуллин был юғары уҡыу йортонда башҡорт филологияһын үҫтереүгә, факультет асыуға тос өлөш индергән. Буласаҡ педагогтар һәм тәрбиәселәр күренекле ғалим исемен йөрөткән уҡыу аудиторияһында заманса технологияларҙы ҡулланыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ.  

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте өлкәһендә заманса яңы технологиялар ҡулланыу башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыу, студенттарҙы ғилемгә ылыҡтырыуға яңы мөмкинлектәр аса. Сит илдәрҙән уҡыған студеттарға дистанцион белем биреүгә лә ҙур ярҙам буласаҡ.

Гүзәл Борханова.