Кушнаренко районы Первушин ауылында йәшәүселәр эсәр һыуһыҙ интегә. Был проблема йәйге осорҙа ғына түгел, ҡышҡыһын да йыш ҡабатлана. Һыу мәсьәләһенән тыш, төбәктә медицина, почта хеҙмәтенең аҡһауы күҙәтелә. БСТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Светлана Крупник һыу һауыттарын коляскаға тултырып йорт алдындағы ҡоҙоҡҡа юлланды. Бөгөн дә ул эсәр һыу буласағына өмөт итә. Әммә, бушҡа булып сыҡты.
Эсәр һыу артынан ханымға урындағы мәктәпкә, йә күрше ауылға сығырға тура киләсәк. Первушиндағы был проблемаға биш йылдан ашыу. Бығаса, һыу мәсьәләһе йәйге осорҙа ғына киҫкен торһа, был юлы урындағы халыҡ ҡышын да һыуһыҙ ултырып ҡалды. Ауылдаштарҙың төрлө инстанцияларға мөрәжәғәте лә һөҙөмтә бирмәй. Әлеге скважинаны ла улар үҙ аҡсаларына ҡаҙған.
Кушнаренко районы хакимиәте Первушин ауылындағы һыу проблемаһы менән хәбәрҙар. Хатта, район башлығы йыл башында үҙе лә килеп ураған. Эштең контролгә алынасағын белдергән.
Әйткәндәй, 500-ҙән ашыу кеше йәшәгән Первушин ауылындағы проблема тик һыу мәсьәләһе менән генә сикләнмәй. Урындағы халыҡты башҡа төр социаль һорауҙар ҙа борсой. Ул тәү сиратта фельдшер, почта хеҙмәтенең булмауы ла көн ҡаҙағында ҡала. Ә инде мәҙәниәт йортон әйтеп тораһы ла түгел. Бөгөн ул мал һарайына әйләнгән.
Һыу проблемаһының киҫкенләшеүе ауыл биләмәһенең киңәйеүенә бәйле. Йыл да йорттар бер-бер артлы йорттар ҡалҡып сығыуға, һыуға ихтыяж да арта. Уның ҡарауы, урында социаль шарттар тыуҙырылмаған. Хәл ителәсәге лә икеле. Район хакимиәте мәҙәниәт йорто, медицина, йә почта бүлексәһенең яйға һалынасағын әле планға индермәгән.
Азат Ғәлиуллин.