Өфөнөң Әхмәтов урамындағы 322-се йортта йәшәүселәр социаль селтәр аша проблемалары тураһында хәбәр иткән. “Элек подъезды һыу үтеүҙән һаҡлау өсөн өҫтәмә тамбур төҙөлгән була. Уға байтаҡ йылдар ремонт яһалманы. Тамбурҙың түбәһе үтә ныҡ иҫкергән. Йорт подъезында капиталь ремонт яһалды. Әммә тамбур тураһында оноттолар. Ямғыр һыуҙары ситкә ағып төшөү арҡаһында, балкондарға һыу ағып төшә. Беҙҙең йортта ремонт ҡасан тамамланыр?” – тип яҙа 322-се йортта йәшәүселәр.
Уларҙың мөрәжәғәте “Инцидент-менеджмент” системаһында теркәлә. Район хакимиәтенә мәсьәләне хәл итеү бурысы йөкмәтелә. Өфөнөң Ленин районы хакимиәтенең коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү бүлеге етәксеһе Ильвир Хәмиҙуллин белдереүенсә, Әхмәтов урамындағы 322-се йорттоң беренсе подъезындағы тамбурҙы төҙөкләндереү 30 ноябрҙә тамамланған. Ремонтҡа бәйле һорауҙар буйынса “ТЖХ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәткә мөрәжәғәт итергә була. Адресы: Өфө ҡалаһы, Ғафури урамы, 101-се йорт. Бәйләнеш телефоны: 8 (347) 251-11-76.
#Инцидент