Байрам билдәле мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөнә тап килтереп булдырылған. Быйыл был көндә саралар онлайн һәм оффлайн форматта уҙғарыла. Ноябрҙә профессиональ белем биреү ойошмалары араһында башҡорт теле буйынса республика олимпиадаһы, 10 декабрҙә “Бикбай уҡыуҙары” уҙҙы, шулай уҡ “Viberгә” конкурсы, “Тамға” милли костюм тегеү оҫталары бәйгеһе иғлан ителде, ”Башҡорт теле. Яңы ҡараш” тигән сара көтөлә. Бынан тыш 14 декабрь “Шиғри сылбыр” флешмобы, башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса грант проекттары күргәҙмә-презентацияһы, башҡорт шағиры Шәйехзада Бабичҡа арналған онлайн асыҡ дәрес уҙғарыу, Мифтахетдин Аҡмулла һәйкәленә сәскәләр һалыу күҙаллана.