Рәсәй Дәүләт Думаһы Башҡортостан Парламенты төҙөгән алданған өлөшсөләр ихтыяжын яҡлаусы закон проектын ғинуарҙа ҡарай

“Беҙ закон проектына үҙгәрештәр индерҙек. Унда торлаҡ һатып алыусы һәм төҙөүсе ойошма араһында ҡуйылған бурыстар анығыраҡ яҙылған.”, тип белдерҙе Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев.   “Проектты беҙҙең федераль коллегалар хуплаһа, торлаҡ өлкәһендә ике проблема хәл ителә. Беренсенән, сифатлы торлаҡ ваҡытында файҙаланыуға тапшырыла. Икенсенән, төҙөүсе ойошмаларға һөжүм иткән “ҡулланыусылар экстремизмы” тигән төшөнсә юҡҡа сығарыла”,-тине парламент спикеры.