Туған тел көнө уңайынан “Юлдаш” радиоһы социаль селтәрҙә флешмоб иғлан итте. Ул башҡорт телен танытыу маҡсатында ойошторолдо. Акцияға сит ил вәкилдәре лә ҡушылды. Ҡырғыҙстан, Төркиә, Ҡаҙағстан, Йәмән, Франция һәм башҡа илдәрҙә йәшәүселәр Зәйнәб Биишева шиғырынан өҙөк уҡыны. Беҙҙең акцияға Төркиәнең Истанбул ҡалаһында йәшәгән Шура Картал да ҡушылды.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБашҡорт теле көнөнә арналған видеояҙмаларҙы “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге төркөмөбөҙҙә ҡарарға була.
14 декабрҙә республикала башҡорт теле көнөн йомғаҡлау тантанаһы үтә. Уның барышын Башҡортостан юлдаш телевидениеһы тура эфирҙа күрһәтә. Бынан тыш, ҡала һәм райондарҙа ла туған тел көнөнә арналған саралар уҙғарыла.