“Сәләмәтлек” милли проектына ярашлы, Өфөлә 21-се клиника һәм Нефтекама ҡала дауаханаһы МРТ аппараты алды. Бындай ҡоролма ярҙамында яман шеш ауырыуын иртә стадияла асыҡларға мөмкин, ти табиптар. Быйыл республикала милли проект буйынса, 12 берәмек юғары технологиялы медицина ҡоролмаһы һатып алынды.