Өфө” футбол командаһы көйәрмәндәре ноябрҙә иң яҡшы уйынсыны һайланы

Тауыш биреү һөҙөмтәһе буйынса, һөжүмсе Тимур Жамалетдинов еңеүсе булды. Ноябрҙә ул ике гол авторы булды һәм бер һөҙөмтәле пас бирҙе. Икенсе урында – Андрич Комнин, өсөнсөлә һаҡсы Олег Данченко. Иртәгә Рәсәй Премьер-лигаһында чемпионат барышында “Өфө” футбол клубы Волгоградта “Ротор” менән осраша.