Был турала бөгөн Өфөләге эшҡыуарлыҡ аҙналығында белдерелде. Премия “Урал аръяғы-2020” инвестиция һабантуйы өсөн бирелгән. Уның сиктәрендә үткән “Ҡаҙ һәм бал” фестивале иң яҡшы туристик ваҡиға номинацияһында баһаланған.