Башҡортостанда пандемия мәлендә иҡтисадҡа ярҙамға өсөнсө саралар пакеты ҡабул ителә

Your browser doesn't support HTML5 video.

Был турала Халыҡ-ара бизнес аҙналығы сиктәрендә уҙған Кризисҡа ҡаршы штаб ултырышында белдерелде. Ул Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров рәйеслегендә үтте. Мәғлүм булыуынса, әлегә тиклем республикала  30 миллиард һумға ике ярҙам пакеты ҡабул ителгән ине. Был өсөнсөһө. Уның күләме 12 миллиард һумға яҡын.

Эксперттар тауарҙары республиканан һәм илдән ситтә ҙур ихтыяж менән файҙаланылған етештереүселәргә өҫтөнлөк бирә. Ярҙам программаһына ярашлы, кредитҡа, һалымға, ҡуртым хаҡына ташламалар ҡаралған. Документ республика эшҡыуарҙарының тәҡдимдәренә нигеҙләнеп төҙөлгән. Тәүге ике пакеттан аныҡ һөҙөмтә күрһәткән пункттар һайлап алынған һәм яңылары өҫтәлгән.

Рәмзиә Кәримова.