Иглин районында «Еңеү» марафоны тамамланды

Your browser doesn't support HTML5 video.

Йыл дауамында «Мәңгелек ут» капсулаһы ун ике ауыл биләмәһенә сиратлап тапшырылғайны, хәҙер ул тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында һаҡланасаҡ. Митингта Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, район хакимиәт етәкселеге, Ветерандар советы ағзалары, мәҙәниәт учреждениелары хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Ҡыҙыл ҡәнәферҙәр – хәтер символы. «Еңеү» паркындағы «Мәңгелек ут»ҡа сәскәләр һалынды. Биләмәләге стелала яуҙа ҡатнашҡан батырҙарҙың исемдәре уйып яҙылған.

Аяуһыҙ йылдарҙа райондан ун биш меңдән ашыу ир-егет фронтҡа оҙатыла. Уларҙың күбеһе ҡаһармандарса һәләк булып, тыуған яғына ҡайтмай. Тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы хеҙмәткәрҙәре архив матеарилдар өйрәнеп, яҡташтарының оло яу юлы хаҡында бай мәғлүмәт туплаған. «Мәңгелек ут» капсулаһын улар ҡәҙерләп һаҡларға вәғәҙәләне.

Гөлназ Хәйбуллина.