Өфөнөң Нижегородка биҫтәһендә йәшәүселәр тарифтарҙың үҙгәреүенә зарлана. Сөнки ноябрҙә уларға йылылыҡ өсөн ике тапҡырға күберәк түләргә тура килгән. Әлбиттә, осон-осҡа ялғап йәшәгән халыҡ бындай хәлде тыныс ҡына ҡабул итә алмай. Проблема сәбәптәрен беҙҙең ижади төркөм асыҡларға тырышты.
Нижегородка биҫтәһендә йәшәүселәр йылылыҡтың ни өсөн ҡиммәтләнеүен аңлап бөтә алмай. Көҙ башында ғына улар бер квадрат метр майҙан өсөн 38 һум түләһә, ноябрҙә был хаҡ ике тапҡырға күтәрелгән. Бындай түләүҙәр Ағиҙел һәм Урман заводы урамдарында урынлашҡан 13 йортҡа килгән. Барактарҙың барыһы ла ваҡытында фанера комбинатына ҡараған.
Таушалып бөткән йорттарҙа башлыса оло быуын вәкилдәре йәшәй. Шуға ла хаҡтарҙың артыуын айырыуса пенсия йәшендәгеләр бик ауыр кисерә. Улар әйтеүенсә, квартплатаны түләһәң дарыуға, дарыуға түләһәң ашарға етмәй.
Хаҡтарҙың артыуын идарасы компания вәкилдәре яңы тарифҡа күсеү менән аңлата. Улар белдереүенсә, был йорттар ваҡытында фанера комбинаты аша йылытылған булған. Әммә хәҙер Өфө инженер селтәрҙәре менән тура килешеү төҙөлгән. Уға ярашлы, Нижегородка биҫтәһендә йәшәүселәр ноябрҙән ҡалала ҡабул ителгән берҙәм тариф буйынса түләргә тейеш.
Белгестәр әйтеүенсә, хужаларға элекке тарифты бер нисек тә ҡайтарып булмай. Һәр хәлдә, ресурс менән тәьмин итеүсе ойошма квитанцияларҙы түбән хаҡ менән килтермәйәсәк. Сөнки Өфөлә йылылыҡ өсөн бер гигокалирийҙың хаҡы барлыҡ торлаҡ йорттарға ла тигеҙ билдәләнгән. Ә бына сумманы кәметергә мөмкин. Бының өсөн ҡулланылған энергияны иҫәпләү өсөн дөйөм йорт приборҙары урынлаштырырға кәрәк. Сөнки әлеге ваҡытта хужалар норматив, тимәк, юғары хаҡ буйынса түләргә мәжбүр.
Илдар Байбулатов.