Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһы Рәсәйҙә етештерелгән окклюдер менән тәьмин ителә башланы. Ҡулайлама йөрәк алды фибрилляцияһы диагнозы ҡуйылған пациенттар өсөн мөһим. Ҡатмарлы әмәлиәт барышын БСТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина күҙәтте.
Операция өҫтәлендә 58 йәшлек пациент. Уға йөрәк алды фибрилляцияһы диагнозы ҡуйылған. Йәғни, ҡан системаһының төп органы дөрөҫ эшләмәй, ритм боҙолған. Йөрәктең мускул епсәләре тарҡау хәлдә, ҙур йышлыҡ менән ҡыҫҡара. Ауырыу тын ҡыҫылыу, орагнизмдың тиҙ арыусанлығына, баш әйләнеүгә зарланған. Медицина тикшеренеүҙәренән һуң табиптар йөрәккә окклюдер ҡуйыу кәрәклеген билдәләй.
Окклюдер ҡуйыу буйынса операция яҡынса бер сәғәт дауам итә. Ике этапта башҡарыла. Тәүҙә пациентҡа эхокардиография эшләнә. Йөрәк ритмы нормаль күрһәткескә килтерелә.
Шулай уҡ операцияға әҙерлек барышында табиптар пациентҡа ниндәй үлсәмдәге окклюдер талап ителеүен дә тикшерҙе. 24 миллиметрлыҡ ҡулайлама талап ителде. Әмәлиәт барышында күкрәк сителеген асыу талап ителмәй, ҙур уйымдар яһалмай.
Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһында Рәсәйҙә етештерелгән окклюдерҙар ҡулланыла башланы. Сит илдәрҙекенән айырмалы уларҙың хаҡы ике-өс тапҡырға кәмерәк. Шуға табиптар ҡоролмаға ҙур өмөттәр бағлай. Сөнки әмәлиәттәр һанын арттырыу мөмкинлеге барлыҡҡа килә.
Ярты йылдан һуң, пациентҡа йәнә медицина тикшереүҙәре ойошторола. Йөрәк алды ҡолаҡсаһы ябылыуы иҫбатланғас ҡына, антикоагулянт терапияны туҡтатырға мөмкин буласаҡ.
Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһында Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә етештерелгән окклюдерҙарҙы сағыштырып фәнни эштәр яҙыу ҙа планлаштырылған. Операция үткәргән пациенттар күҙәтеү аҫтында буласаҡ. Әйткәндәй, киләһе йыл медицина учреждениеһында бындай ҡатмарлы әмәлиәттәр һаны ике тапҡырға арттырыла, егерме алтыға етер тип күҙаллана.
Гөлназ Хәйбуллина.