Ул быйыл июлдә 75 йәшлек юбилейын билдәләгәйне. Салауат Мостафа улы республика йәмәғәтселегенә танылған режиссер, сценарийҙар оҫтаһы булараҡ билдәле ине.
Мәрхүм менән хушлашыу иртәгә, 12 декабрҙә көндөҙгө сәғәт 4-се яртыла Өфөнөң Цветочная урамы, 2-се йорт адресы буйынса үтә. Салауат Итбаев йәкшәмәбе Ейәнсура районы Бикбай ауылы зыяратында ерләнәсәк.