Уҙған тәүлектә республикала коронавирус инфекцияһы йоҡтороусылар 153 кешегә артты

Your browser doesn't support HTML5 video.

Пандемия башланған осорҙан Башҡортостанда яңы инфекция менән сирләүселәр 16 меңдән ашып китте.

Бер көн эсендә дауаханаларҙан 107 кеше һауығып сыҡҡан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ковид-19 вирусынан һуңғы тәүлектә өс кеше вафат булған. Яҙҙан алып мәкерле сир 100 кешенең ғүмерен өҙгән.