Республика юл хәрәкәте патруле хеҙмәткәрҙәре көн һайын тиҫтәләгән иҫерек водителде асыҡлай. Киләһе сюжет юлдағы хәүефһеҙлек хаҡында.
1 һәм 4 промилле алкоголь арҡаһында өс кешенең ғүмере өҙөлдө. Юғары тиҙлектә хәрәкәт иткән автомобилгә идара итеүсе иҫерек водитель ҡаршыға яй ғына килгән машинаға бәрелә. Йәп-йәш кешеләрҙең ғүмере өҙөлә. Был быйыл йәй теркәлгән иң фажиғәле автоһәләкәттәрҙең береһе. Эскелек арҡаһында юлда йыш ҡына кеше ғүмерҙәре өҙөлә.
Юлдағы иҫерек водителдәр юл хәүефһеҙлеге өсөн етди проблема булып тора. Республикала дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре көн һайын тиҫтәләгән айныҡ булмаған водителде асыҡлай.
Йыл башынан улар ҡатнашлығында 338 юл-транспорт һәләкәте теркәлгән, уларҙа 87 кеше һәләк булған, 424-е етди тән йәрәхәте алған. Шулай уҡ 15 меңдән ашыу айныҡ булмаған тимер ат хужаһын юл-хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекторҙары яуаплылыҡҡа тарттырған.
Республикала иҫерек водителдәргә ҡаршы көрәш дауам итә. Юл-хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоусыларға штраф яҙыла, бәғзеләре водитель таныҡлығынан да мәхрүм ителә. Әммә, үкенескә, күптәрҙе енәйәт яуаплылылығы ла ҡурҡытмай.
Эскән килеш рулгә ултырған автоһәүәҫкәрҙәр ҡыҙғаныс эҙемтәләргә килтереүе тураһында уйлап та бирмәй .Юл хужалығы һәм транспорт министрлығы, дәүләт автоинспекцияһы иҫерек хәлдә рулгә ултырыуҙы сикләү өсөн тырышлыҡ һала ла бит, тик был осраҡта йәмәғәтселектең дә ярҙамы мөһим. Әгәр һәр ҡайһыбыҙ күрше, дуҫыбыҙ, танышыбыҙ, йә бөтөнләй сит кешене руль артына иҫерек килеш ултырма тип өгөтләһәк, бер кешенең булһа ла ғүмерен ҡотҡарасаҡбыҙ.